

14 сентябрҙә районыбыҙҙың “Күлдәр үҙәне” китапханаһында "Ватанды һаҡлаусылар" Дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы филиалы командаһы менән осрашыу булды. Делегацияны филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина етәкләне.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы балаларға айырыуса иғтибар бүлде: улар менән ихлас аралашты, уҡыуҙа уңыштар теләне.
Балалар менән әңгәмәлә Гөлнур Ҡолһарина тырышлыҡтың һәм маҡсатҡа ынтылыштың мөһимлеген һәм тап балаларҙың ил киләсәге булыуын билдәләне.
Беҙҙең синыфта ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған уҡыусы бар. Уның өсөн был осрашыу тәрән мәғәнәгә эйә булғандыр һәм күңелендә ҡалғандыр.
Бындай саралар районыбыҙҙың капиталь ремонттан һуң 7 сентябрҙә асылған «Күлдәр үҙәне» яңы быуын китапханаһында үтә. Ул «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты ярҙамында яңыртылған. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары китапханала үткән төрлө кисәләрҙә йыш ҡунаҡ була.
Айгөл САТЛЫҠОВА,
уҡытыусы.
Фото: Фәхретдинова Рината, Именджанова Камилла, 4-се синыф уҡыусылары / Талбазы башҡорт гимназияһы.