+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Сентября , 07:26

Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары Ғ. Ибраһимов исемендәге район үҙәк китапханаһында ҡунаҡта булды.

Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттәТалбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары Ғ. Ибраһимов исемендәге район үҙәк китапханаһында ҡунаҡта булды. Был ябай экскурсия ғына түгел, ә китап иленә ысын сәйәхәт!

Китапхана хеҙмәткәрҙәре — балалар бүлегенең баш китапханасыһы Регина Ивановна Фёдорова менән мөдире Гөлназ Зәкиулла ҡыҙы Абдуллина — беҙҙең уҡыусыларға ремонттан һуң яңыртылған китапхана буйлап онотолмаҫлыҡ экскурсия үткәрҙе. Китапхана хәҙер ысынлап та яңы быуын китапханаһы!
-Ишек төбөндә үк күңелле интерактив физминутка башҡарҙыҡ.
-Залдар буйлап йөрөнөк һәм иң сағыу китаптарҙы ҡараныҡ.
-Уйнаныҡ һәм йомаҡтар систек.
-«Беҙ һайлаған маршруттар» тигән сәйәхәт-дәрестә булдыҡ.
Беҙҙең беренселәр ысын белгестәр булып сыҡты — зирәклек, аҡыллылыҡ һәм ҙур ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте! Балаларға бик оҡшаны! Сәфәребеҙ бик шәп үтте!
Ата-әсәләргә балаларҙы оҙатышып йөрөгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, сөнки был беҙҙең беренсе ҙур экскурсия.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

 

 

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Талбазы гимназияһының 1-се синыфы – китап иленә сәйәхәттә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас