+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
28 Сентября , 14:22

Балалар туризмы тарихы 1900 йылда башлана

Илдәге балалар туризмы тарихы 1900 йылда башлана. Шул йылдың 2 авгусында Рәсәй Халыҡ мәғарифы министрлығының циркуляры сыға.

Балалар туризмы тарихы 1900 йылда башланаБалалар туризмы тарихы 1900 йылда башлана
Балалар туризмы тарихы 1900 йылда башлана

Илдәге балалар туризмы тарихы 1900 йылда башлана. Шул йылдың 2 авгусында Рәсәй Халыҡ мәғарифы министрлығының циркуляры сыға.

 Документ балаларға йәйгелеккә яҙма эштәр биреүҙе тыя, уларҙы яҡшыраҡ ял иттерергә, белемдәрен киңәйтеү өсөн экскурсиялар һәм сәйәхәттәр ойошторорға тәҡдим итә. Балаларҙы тарихи ҡомартҡылар, изге урындар, музейҙар, шулай уҡ билдәле фабрика һәм заводтар эше менән таныштырыу хуплана.

Циркуляр ҡабул ителгәс тә ныҡлап эшләп китә алмай, әммә уның ни тиклем кәрәкле булғанын 1913 йылда Ырымбур ҡалаһында үткәрелгән һорашыу раҫлай:

Ҡала балаларының

98,7 проценты – тере терпене;

68,4 проценты – шыуышыусы ҡусҡарҙы;

25,3 проценты – урманда үҫеп ултырған бәшмәкте күрмәгән;

21,5 проценты һандуғас һайрауын ишетмәгән.

Башҡортостанда балалар өсөн беренсе туристик поход совет осоронда, 1927 йылда, Өфө – Минйәр – Эҫем маршрутында үтә.

1932 йылдың 10 майында Үҙәк Республика балалар экскурсия-туризм станцияһы асыла. Ул мәктәптәрҙә һәм лагерҙарҙа тыуған яҡты өйрәнеү туризмын ойоштора.

Әйткәндәй, кисә Бөтә донъя туризм көнө билдәләнде.

 

Һүрәттә: Өфөнөң 117-се мәктәбе “Кон-тики” туристик клубы ағзалары Йүрүҙән йылғаһында. 1972 йыл / БР Милли архивының Туризм көнөнә арналған виртуаль күргәҙмәһенән.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас