

Ял көнө бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Был акциянан беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Беҙ ҙә ошо мөһим һәм изге эштең бер өлөшө булдыҡ!
Атай-әсәйҙәребеҙ менән әүҙем ҡатнаштыҡ. Бергәләп ҙур тырышлыҡ менән ағастар ултырттыҡ.
Акцияға ҡушылған барыһына ла ҙур рәхмәт!
КОЗОРЕЗ Кирилл,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.