+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
29 Сентября , 09:21

Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды

Благовещен ҡалаһында “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона этабы үтте.

Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булдыБлаговещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды

Благовещен ҡалаһында “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона этабы үтте. “Рәсәй спорты” милли проекты  бурыстарына  яуап биргән был сарала Архангел, Благовещен, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары мәктәптәренең Шайморатов синыфтары командалары ҡатнашты. Улар республика этабына сығыу өсөн алышты.

“Zаряд” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән ярыштарҙа Благовещен ҡалаһы 1-се гимназияһының 7-се синыфы командаһы – 1-се урынды, 8-се синыфы командаһы 2-се урынды яуланы. Благовещендар республика этабына сыҡты.

Зона этабы һөҙөмтәләре буйынса бындай хоҡуҡты Благовещен гимназияһы менән йәнәш Иглин районының Д.С. Тикеев исемендәге 4-се мәктәбе, Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһы һәм Өфө районы Шамонин мәктәбе командалары ла яуланы.

Сығанаҡ: Благовещен район хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Благовещенда “Йәйге Шайморатов уйындары”ның зона ярыштары булды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас