

Өфөнөң “Сәләм” балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге “Беҙ төрлө, ләкин беҙ берҙәм” проектын дауам итә. Ул Беренселәр Хәрәкәтенең “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән грант конкурсында еңгән.
Күптән түгел “Беренселәрҙең дуҫлыҡ тылсымы” тигән квест ойошторолдо. Унда 120 үҫмер ҡатнашты.
Балалар 12 станция буйлап хәрәкәт итте. Станцияларҙа төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштылар һәм белемдәрен күрһәттеләр.
Ҡатнашыусылар бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтте, бөтә заданиеларҙы башҡарҙы, ата-бабалар уйындарын уйнаны.
– Төрлө мәҙәниәт вәкилдәре йәшәгән донъяла бер-береңде ишетеү һәм аңлау айырыуса мөһим. Беҙ үҫмерҙәрҙең үҙҙәре өсөн төрлө мәҙәниәттәрҙең байлығын асыуын һәм быны бер-береһенән алыҫлашыу түгел, ә яҡынайыу өсөн файҙаланыуын теләйбеҙ. Проект нәҡ шуға ярҙам итә, – ти “Сәләм” үҙәге директоры Эмилия Арыҫланова.
Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.