+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
29 Сентября , 08:51

Шөнгәккүлдә агросиныф асылды

Шишмә районы Шөнгәккүл ауылы мәктәбендә тағы бер агротехнология синыфы асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шөнгәккүлдә агросиныф асылдыШөнгәккүлдә агросиныф асылды
Шөнгәккүлдә агросиныф асылды

Шишмә районы Шөнгәккүл ауылы мәктәбендә тағы бер агротехнология синыфы асылды. Унда балаларҙы «Биотехнологиялар һәм аҙыҡ-түлек производствоһы» йүнәлешендә уҡытасаҡтар.

Агротехнология синыфын йыһазландырыуға 4,6 млн һум тотонолдо. Синыфты булдырыу сығымдарының 90 % федераль һәм төбәк бюджеттарынан ҡапланасаҡ. Синыф яңыртылды, практик дәрестәр өсөн лаборатория йыһазландырылды.

— Был проект өсөн Шөнгәккүл мәктәбен юҡҡа ғына һайламаныҡ: был ныҡлы учреждение, уның уҡыусыларының бер өлөшө йыл һайын аграр урта уҡыу йорттарына, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Беҙ аңлайбыҙ: агротехсиныф  уҡыусыларының барыһы ла киләсәктә  ауыл хужалығы тармағына, эшкәртеү сәнәғәтенә барыр тип уйламайбыҙ. Әммә барыбер агросиныфта уҡыу файҙалы булыр, ҡыҙыҡлы белемдәр бирер, — тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.

***

2026 йылда Башҡортостанда Борай ауылының 3-сө урта мәктәбендә һәм Мәләүез районы Воскресенский ауылының Советтар Союзы Геройы А. М. Немчинов исемендәге мәктәбендә агротехнология синыфтары асылды.

Инициатива «АПК-ға кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, ул «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектына ҡарай. Төп маҡсаттарының береһе — 2030 йылға балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу, уларға булышлыҡ итеү һәм үҫтереүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөү. Был система уҡыусыларҙың 100 процентына  профессияға йүнәлеш бирергә тейеш буласаҡ.

 

Сығанаҡ: БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Шөнгәккүлдә агросиныф асылды
Шөнгәккүлдә агросиныф асылды
Шөнгәккүлдә агросиныф асылды
Шөнгәккүлдә агросиныф асылды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас