+8 °С
Ясно
Яңылыҡтар
30 Сентября , 07:11

Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!

Был көн мәктәбебеҙҙә айырыуса күңелле, йылы булды. Беҙ йолаға әйләнгән Уңыш байрамын үткәрҙек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!
Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!

6-сы агротехнологик синыф байрамға төҫ бирҙе.  Балалар ата-әсәләре һәм бөтә мәктәп алдында сығыш яһаны.  Көҙ тураһындағы шиғырҙар һәм ихлас башҡарылған йыр бөтәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итте.

Концерттан һуң йәрминкә башланды. Өҫтәлдәрҙә өй әҙерләмәләре, көҙгө йәшелсәләр, емештәр, тәмле ҡамыр аштары  урын алды.

6-сы синыф уҡыусыларына – байрам кәйефе, ә ата-әсәләргә был көндө беҙҙең менән уртаҡлашҡандары өсөн ҙур рәхмәт.

Һый-ниғмәттәр алып килгәндәргә, байрамды ойошторғандарға айырым рәхмәт. Ғаилә менән мәктәп берҙәмлегенән ҙур байрам хасил булды.

Сығанаҡ: Архангел районы Абҙан мәктәбе төркөмө / ВК.

Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!
Мәктәбебеҙҙә алтын көҙ: Уңыш байрамы үткәрҙек!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас