

1 октябрҙән башлап бәлиғ булмағандар 22 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем өлкәндәрһеҙ урамда йөрөй алмай. Йәй көнө комендант сәғәте 23 сәғәттә башлана ине.
Стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар, парктар, йорт ихаталары, йорт подъездары, йәмәғәт транспорты, вокзалдар, йылға порттары, аэропорттар, интернет-кафелар – 22 сәғәттән һуң балаларға үҙҙәренә генә йөрөргә ярамаған урындар.
Өлкәндәрһеҙ йөрөгән бала полицияға эләкһә, уның ата-әсәһе йә бағыусыһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Административ протокол бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелә.
Фото: Magnific.