

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатын ойоштороу һәм эшмәкәрлеген ойоштороу концепцияһы буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ринат Ҡурамшин уҡыусыларҙың «РМЛИ-ға юл» республика олимпиадаһын үткәреү һәм уҡырға инеү өсөн кандидаттарҙы һайлап алыу механизмдары хаҡында һөйләне. Осрашыу “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үтте.
Лицей 2027 йылда асыласаҡ.
Уҡыу йорто 360 урынға иҫәпләнгән.
6-сы, 7-се, 9-сы синыфтарға уҡыусыларҙы һайлау өс турҙан торасаҡ.
Беренсе тур «Сириус.Курсы» платформаһында онлайн буласаҡ. Бөгөндән үк лицейға инергә теләүселәр теркәлеү үтә ала. Теркәлгән һәр баланың шәхси бите булдырыласаҡ.
Илдар Марат улы әйтеүенсә, дистанцион һайлап алыу турында Федераль платформаның партнер булыуы, ул имтиханды “үтә күренмәле” итәсәк.
Баш ҡала ғына түгел, бүтән ҡала-ауылдарҙағы балаларға ла, математикалағы белемдәрен күрһәтеп, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән буласаҡ лицейҙа уҡыу мөмкинлеге бирелә. Проект лицеистарҙы илебеҙҙең алдынғы уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә әҙерләйәсәк.
Ринат Ҡурамшин 11 йыл педагогик хеҙмәтендә математика буйынса 100 баллыларҙы әҙерләүе менән ғорурлана. Райондарҙағы балаларҙың да был фәнде яҡшы үҙләштерергә мөмкинселеге булырға тейешл, тип иҫәпләй ул.
– Бәшир Рәмиев төпкөлдән сыҡҡан кеше, әммә уның уйлап табыуы арҡаһында бөтә илдең үҫеше үҙгәрә, сөнки был ул ваҡыттағы иң мөһим асыш була. Бәшир Рәмиевты буласаҡ математика лицейын тамамлаусының идеаль "портреты" тип әйтергә була, – ти Ринат Ҡурамшин.
Шулай итеп, икенсе йылда яңы лицей уҡыусыһы булғың килһә, йыл әйләнәһендә тырышып уҡырға тура киләсәк.
Бына яңы лицейға уҡырға инеү этаптары:
1-се этап: дистанцион (2026 йылдың октябре). Теркәү 2026 йылдың 1 октябрендә “Сириус” платформаһында башлана. 19 октябргә тиклем бара. Олимпиадаға теркәлеү ошонда: https://my.sirius.online/activity-page/olymp:bashortostan-way-rmli-2026.
2-се этап: көндөҙгө (2027 йылдың февраль–марты). Унда 1-се этаптың иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән ҡатнашыусылары үтә.
3-сө этап: йәйге математика мәктәбе (2027 йылдың июнь–июле). Интенсив белем биреү мөхитендә үҙеңде күрһәтеү өсөн уникаль мөмкинлек.
"РМЛИ-ға юл" олимпиадаһы – ул ярыш ҡына түгел. Ул – таланттарыңды асыҡлауҙың комплекслы системаһы һәм республиканың алдынғы математика һәм инженерлыҡ белем биреү үҙәгендә уҡыуға тәүге аҙым!