+4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Октября , 10:52

Илдар Мәүлетбирҙин РМЛИ концепцияһы тураһында һөйләне

БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин "Башинформ" мәғлүмәт агентлығындағы осрашыуҙа Башҡортостанда Республика математика лицей-интернатын төҙөү барышы тураһында бына нимә тине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илдар Мәүлетбирҙин РМЛИ концепцияһы тураһында һөйләнеИлдар Мәүлетбирҙин РМЛИ концепцияһы тураһында һөйләне
Илдар Мәүлетбирҙин РМЛИ концепцияһы тураһында һөйләне

“Беҙ мәктәп-интернаттарыбыҙҙағы коллегаларыбыҙ менән ҙур эш төркөмөн төҙөнөк һәм концепцияны эшләй башланыҡ. Концепцияны Башлыҡҡа /Башҡортостан Башлығына/ раҫлауға тапшырҙыҡ, ул уны раҫланы. Бер ыңғайҙа беҙҙең төҙөүселәр ҙә эшләне, сөнки ниндәйҙер инновацион нәмә хасил итеү мәсьәләһе торҙо. Рәсәйҙә булған бөтә инновацион учреждениеларға шәхсән барҙыҡ, бөтә Рәсәйҙе йөрөп сыҡтыҡ. Беҙҙең менән проектлаусылар ҙа йөрөнө. Инновацион белем биреү өлкәһендә булған иң яҡшы нәмәләрҙең бөтәһен дә ҡараныҡ. Нәмәләрҙелер бөртөкләп йыйҙыҡ, ҡайһы бер ерҙәрҙә хаталарҙа өйрәндек”, – ти БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостанда Республика математика лицей-интернатын төҙөү барышы тураһында.

 

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас