

1 октябрҙә – иң мөләйемдәр, иң аҡыллылар көнөндә беренселәр гимназиябыҙҙа эшләгән өлкән йәштәге ағай-апайҙарҙы байрам менән ҡотланы.
Ысын күңелдән әйткән ҡотлау һүҙҙәре, үҙ ҡулдары менән күңел йылыһы һалып эшләгән асылмалар һәм йәй буйы һыу һибеп үҫтергән сәскәләрҙән гөлләмәләр ололарҙың күңеленә хуш килде.
"Йылы һүҙ – йән аҙығы", ти халыҡ мәҡәле. Аҙҙан да күңел күтәрелә. Кескәйҙәрҙең ҡотлауын йылы ҡабул итте байрам хужалары.
Хөрмәтле оло йәштәгеләр! Байрам мөбәрәк булһын! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ!
Розалиә ЙӘЛИЛОВА,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.