+4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Октября , 08:13

СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата

Беҙҙең Y.U.R.T.A тигән бик шәп музыкаль төркөм барлығын беләһегеҙме?

Добавить в предпочтительные источники Google
СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон таратаСӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата
СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата

Y.U.R.T.A этнотөркөмөн Марат Фәйзулин – Марат Татурас – ойошторған. Төркөм, иң заманса музыкаль алымдарҙы һәм трендтарҙы ҡулланып, башҡорт моңо нигеҙендә йәш быуын зауығына тап килерлек материал сығара.

Y.U.R.T.A ҡурайҙы, башҡорт көйөн, ҡыллы инструменттар яңғырашын, стилле вокалды электроника менән берләштерә.

Y.U.R.T.A республиканың иң абруйлы сәхнәләрендә сығыш яһай. Халыҡ-ара сараларҙа Башҡортостанды кәүҙәләндерә. Билдәле музыкаль конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Релиздары донъяның цифрлы майҙансыҡтарына сыға.

Марат – композитор һәм продюсер, 150-ләп фильмға музыка авторы, “Синемьюзик” музыкаль сервистар экосистемаһын булдырыусы. Ошо экосистема арҡаһында башҡорт музыкаһы донъяның цифрлы майҙансыҡтарына (Apple Music, Spotify, Amazon, Deezer) сыҡты.

Яңыраҡ Марат Фәйзуллин – Татурас “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исеменә лайыҡ булды.

Видеола Марат төркөм составы менән таныштыра.

Видео: Звук Евразии. Современная этномузыка / ВК.

Фото: тәҡдим ителгән видеонан скриншоттар.

СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата
СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата
СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата
СӘНҒӘТ. Y.U.R.T.A башҡорт моңон тарата
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас