Ярты йыл һайын “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто «Яҙыл да бүләк от» тигән акция үткәрә. Уның барышында республика, ҡала, район баҫмаларына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.
Әлеге отошта бер нисә йөҙ кешенең квитанцияһы ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе 2026 йылдың икенсе яртыһына “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто сығарған икешәр баҫмаға яҙылған – ҡатнашыу шарты шулай.
6 октябрҙә 07.45 сәғәттә БСТ-ның иртәнге “Сәләм” программаһында түбәндәге бүләктәргә хужалар табыласаҡ:
ҡар таҙартҡыс машина,
туңдырғыс һандыҡ,
телевизор,
ноутбук,
робот-туҙан һурҙырғыс;
Мәсетле районының иң гүзәл урынында урынлашҡан “Ҡарағай” санаторийына путевка – ТӨП ПРИЗ.
“Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң икешәр баҫмаһына яҙылған һәр кем киләһе отоштарҙа ҡатнаша аласаҡ. Акция тураһында ентеклерәк белгегеҙ килһә, бында https://podpiska.rbsmi.ru/.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 сентябрҙә 2027 йылдың 1-се яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Почта бүлексәләрендә яҙылырға, шулай уҡ онлайн-подписка эшләргә мөмкин.