+2 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Октября , 09:02

Беренсе меңйыллыҡтың тетрәнеүҙәр осоронда башҡорттар тарихы

Беҙҙең эраның беренсе меңйыллығында Алтай менән Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһы дөрләп янған диңгеҙ кеүек була

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсе меңйыллыҡтың тетрәнеүҙәр осоронда башҡорттар тарихыБеренсе меңйыллыҡтың тетрәнеүҙәр осоронда башҡорттар тарихы
Беренсе меңйыллыҡтың тетрәнеүҙәр осоронда башҡорттар тарихы

Беҙҙең эраның беренсе меңйыллығында Алтай менән Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһы дөрләп янған диңгеҙ кеүек була:

бөйөк төрки ҡағанаттары тыуа һәм һәләк була,

этносәйәси союздар бер-берен алмаштыра,

хакимлыҡ өсөн туҡтауһыҙ көрәш бара.

Был тетрәнеүҙәр тарихҡа Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе тигән атама менән инә. Ошо дәүерҙә Евразияның этносәйәси картаһы тулыһынса үҙгәрә һәм күп кенә хәҙерге этностар формалаша башлай.

Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттар ғына  изге төйәген һаҡлап ҡала ала. Ҡот осҡос тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә булып, улар быуаттан-быуатҡа боронғо йолаларын, мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап килә.

Ҡеүәтле һундар берләшмәһе лә, яусыл  ҡыпсаҡтар ҙа,  ғаләмдәрҙе тетрәткән Сыңғыҙхан да башҡорт халҡын изге төйәгенән яҙҙыра алмай.

Башҡорттарҙың өс бөйөк дәүләт менән мөнәсәбәте бик үҙенсәлекле була. Башҡорт ҡәбиләләре быуаттар дауамында бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап килгән. Улар башҡа халыҡтар менән төҙөгән килешеүҙәр хәрби-сәйәси хеҙмәттәшлеккә һәм аҫабалыҡ хоҡуғын таныуға нигеҙләнә:

— IV—V быуаттарҙа башҡорт ҡәбиләләре һундар берләшмәһенә тиң хоҡуҡлы хәрби союздаштар булараҡ инә. Европала «Алла ҡәһәре» тип йөрөтөлгән Атилла менән бергә улар Көнбайыш Европаға яуҙарҙа ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең эске автономияһын һәм биләмәһен һаҡлап ҡала;

— башҡорттарҙың ҡыпсаҡтар менән аралашыуы оҙайлы этномәҙәни яҡынайыу һәм союздашлыҡ төҫөн ала. Башҡорттар һәм ҡыпсаҡтар йыш ҡына яуҙарҙа бер яҡлы була, әммә эске биләмәләренең (Урал-Волга буйы) автономияһын һаҡлап килә. Ҡыпсаҡтар монголдарҙан тар-мар ителгәс, башҡорттар туғандаш ҡыпсаҡтарҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Улар әле лә башҡорттар араһында бар һәм үҙҙәренең ҡәбилә исемен һаҡлап ҡалған.

– башҡорттарҙың Монгол империяһы һәм һуңыраҡ Алтын Урҙа менән мөнәсәбәте тарихы — башҡорт ҡәбиләләренең ныҡлы берҙәмлегенең сағыу шаһиты. Улар үҙҙәрен үҙаллы, монолит һәм ҡеүәтле көс итеп күрһәтә, шул дәүерҙең бөйөк империяларын да үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр итә.

Венгр монахы сәйәхәтсе Юлиан 1236 йылда башҡорттар йәшәгән төбәктәргә килә. Уның шаһитлығына ярашлы, башҡорттар 14 йыл дауамында (яҡынса 1220– 1234 йылдарҙа) монголдар менән өҙлөкһөҙ һуғыштар алып бара. Башҡорттарҙың аяуһыҙ ҡаршылығы тураһында «Монголдарҙың изге риүәйәте»ндә лә телгә алынған.

1221/1223—1235/1237 йылдарҙа башҡорттар монголдар менән өҙлөкһөҙ һуғыша һәм уларҙың көнбайышҡа ынтылышын тотҡарлап килә. Башҡорттар күп кенә алыштарҙа еңә һәм, ниһайәт, монголдар менән дуҫлыҡ һәм союздашлыҡ тураһында килешеү төҙөшә.

Сыңғыҙхан менән килешеү һәм унан ерҙәрҙе аҫабалыҡ ярлыҡтары, шулай уҡ ырыу билдәләре (тамға, оран, ҡош һәм ағас) алыу факттары башҡорттарҙың бер нисә төп шәжәрәһендә ентекле һүрәтләнә.

«Үҫәргән ҡәбиләһе шәжәрәһе» килешеүҙең иң ентекле тасуирламаһын үҙ эсенә ала.

«Шәжәрә»гә һәм «Үҫәргән тарихы»на ярашлы, Мөйтән бей башҡорттарҙың вәкиле булараҡ Сыңғыҙхан тарафынан ҡабул ителгән һәм беренселәрҙән булып алтын урҙалыларҙан ярлыҡ алған. Ярлыҡ Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа тиклем) йылғалары буйындағы биләмәләрҙе, ҡушылдыҡтары менән бергә Яйыҡ (Урал) йылғаһы үрендәге ерҙәрҙе улус ерҙәре итеп биләү хоҡуғын биргән. Мөйтән бейҙең улус ерҙәре биләмәһе IX — XIII быуат башындағы тарихи Башҡортостан территорияһына тулыһынса тап килә.

«Юрматы ҡәбиләһе шәжәрәһе»ндә былай тиелгән: «Ул ваҡытта ата-бабабыҙ Юрматы һәм башҡа ырыуҙар Сыңғыҙхан янына юлланған һәм уға тоғро булырға ант иткән». Шулай итеп, улар үҙҙәре өсөн союздашлыҡ статусын нығытҡан.

«Ҡисса-и Сыңғыҙхан» риүәйәтенә ярашлы («Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә» йыйынтығынан), түбәндәге башҡорт ырыуҙары башлыҡтары аҫабалыҡты һәм власть билдәләрен (оран, онгон, тамға) Сыңғыҙхандың үҙенән алған:

Ҡыят  бей,

Санакле, Ҡуңғрат бейҙең улы,

Уйшин Майҡы бей (табын),

Урҙас бей (мең),

Тамъян бей (тамъян),

Ҡыпсаҡ бей (ҡыпсаҡ),

Юрматы бей (юрматы),

Кириәт бей (гәрәй),

Мөйтән бей (үҫәргән),

Бөрйән бей (бөрйән),

Ҡалдар бей (ҡырғыҙ),

Һалйот бей (һалйот),

Ҡатай бей (ҡатай),

Бөркөт бей (уран һәм гәйнә).

Башҡорттар яғынан союздың төп шарты булып уртаҡ хәрби хеҙмәт үтеү торған. Башҡорт атлы полктары автоном хәрби берәмектәр булараҡ Батый хандың артабанғы Көнбайыш яуҙарында ҡатнашҡан.

Башҡорттар әүәлдән көслө хәрби ойошторолошҡа һәм географик өҫтөнлөктәргә таянған, шуға төбәктең иң ҙур империялары ла улар менән һөйләшергә мәжбүр булған, ә буйһондороп маташырға түгел.

Шуныһы: нәҡ ошо тарихи прецедент (автономияны һәм ергә хоҡуҡты һаҡлап ҡалыу шарты менән килешеүле мөнәсәбәттәргә алмашҡа – хәрби хеҙмәт) өс быуат үткәс — XVI быуат уртаһында — башҡорт ҡәбиләләренең Рәсәй дәүләте составына ирекле инеүе тураһындағы килешеүҙәрҙең нигеҙенә һалынған.

Башҡортостандың XVI быуатта (Ҡазан ханлығы ҡолатылғандан һуң) Рәсәй дәүләте составына инеүе ирекле ҡушылыу булараҡ килешеү шарттарында рәсми теркәлгән.

*Башҡорт ҡәбиләләре, Иван Грозный менән төҙөшкән килешеүгә ярашлы, рус батшаһы власын таныған һәм хәрби (ҡарауыл) хеҙмәт үтергә, яһаҡ (йәнлек тиреһе) түләргә тейеш булған.

*Рәсәй дәүләте башҡорттарға уларҙың ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғын үтәүҙе, тышҡы дошмандарҙан һаҡлауҙы, дин иркен һәм эске үҙидараға ҡыҫылмауҙы гарантиялаған.

Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына инеүе 1554– 1557 йылдарҙа  бара. Ошо дәүерҙә төрлө башҡорт ҡабиләләре һәм ырыуҙары вәкилдәре Ҡазандағы батша наместнигы менән килешеүҙәр төҙөй һәм Иван IV Грозныйҙан жалованный грамоталар ала.

Рәсәй менән килешеүҙәрҙе түбәндәге башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары төҙөгән:

— 1554 йыл (көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттар): байлар, бүләр, гәйнә, йәнәй, йылан, ҡырғыҙ һәм уран ҡәбиләләре Ҡазанға үҙ вәкилдәрен ебәргән;

— 1555 йыл (үҙәк һәм көньяҡ башҡорттар): Нуғай Урҙаһы составында булған нуғай меңлеләре (мең) һәм юрматы ҡәбиләһе килешеү төҙөгән;

— 1556—1557 йылдар (көньяҡ-көнсығыш башҡорттар): бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян һәм үҫәргән ҡәбиләләре Мәскәү менән килешеүҙе рәсмиләштергән.

– XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында, Себер ханлығы тулыһынса тар-мар ителгәндән һуң, килешеүгә һәм Рәсәй подданныйлығына Урал аръяғы башҡорт ҡәбиләләре, шул иҫәптән ҡатай ырыуы, ҡушылған.

Иван IV-нең башҡорттарға биргән жалованный грамоталары ғәмәлдә ике яҡлы килешеү булған.

Башҡорттар Рәсәй составында үҙ ерҙәренә күмәк аҫаба хоҡуғына эйә булған берҙән-бер халыҡ булған.

XVII быуаттың икенсе яртыһынан башҡорттар менән килешеүҙәрҙең шарттары боҙола башлағас, көслө халыҡ хәрәкәттәре күтәрелә. Был ҡеүәтле ихтилалдар башҡорт халҡының батырлығы һәм  ныҡлығы билдәһе булараҡ мәңгелеккә тарихҡа ингән.

 

Заһир Хисмәтуллин / ВК.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас