+1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
5 Октября , 05:02

БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Добавить в предпочтительные источники Google
БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!
БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!

Уҡытыусылар һәр кемдең тормошонда бик ҙур урын биләй.
Уҡытыусы – ул дәрестәр ҙә өйгә эштәр генә түгел, ә ваҡытында әйтелгән һүҙе менән тормошто дөрөҫ тарафҡа йүнәлтеүсе лә.

Уҡытыусы – ул әленән-әле тыуып торған көсөргәнешле мәлдәрҙә бөткөһөҙ түҙемлек, сабырлыҡ.

Уҡытыусы – ул өмөтһөҙ тигән балала ла өмөтләндергес сатҡыны күреүсе.

Ҡәҙерле уҡытыусылар! Белем биреүсе, кәңәшсе, таяныс булыусы, ҡайһы берҙә йыуатыусы, күңелде үҫтереүсе, көс биреүсе, үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырыусы булғанығыҙ өсөн уҡыусыларығыҙ рәхмәт әйтә. Әйтмәгәне лә күңелендә йылы тойғолар һаҡлайҙыр, моғайын.

Был көндө һеҙгә барса халыҡ бәхет-шатлыҡтар, һаулыҡ, бәхет теләй. Эшегеҙҙә илһам уты һүнмәһен, арыу-талыуҙарығыҙ әҙерәк булһын, һәр дәресегеҙ балаларға ла, үҙегеҙгә лә яңы асыштар һәм шатлыҡтар килтерһен.

Фото: Magnific

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас