

НӘҘЕРШИНА Камила:
Мин Дим районында Рауил Бикбаев исемендәге 102‑се башҡорт гимназияһының 6‑сы синыфында уҡыйым. Беҙҙә рус телен Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы Хәмитова уҡыта. Ул иң һәйбәт уҡытыусы! Берәйһе теманы аңламаһа, ул бер ваҡытта ла әрләшмәй, ә бөтәһе лә аңлағансы тыныс ҡына итеп тағы бер тапҡыр аңлата. Уның дәрестәрендә хата ебәреүҙән ҡурҡмайһың, сөнки ул һәр саҡ ярҙам итә, күңелде күтәрә.
Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы беҙгә өйгә эште лә күп итеп тейәтмәй. Уны һәр ваҡыт ярты сәғәттә эшләп бөтөрөргә мөмкин, тышта йөрөп килергә йәки әсәйгә ярҙамлашырға ла ваҡыт ҡала. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡағиҙәләрҙе лә хәтерҙә ҡалдырабыҙ һәм дөрөҫ яҙабыҙ.
Шуның өсөн дә уны бөтәһе лә ярата һәм хөрмәт итә – уҡыусылар ҙа, ата‑әсәләр ҙә. Мин рус телен беҙгә Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы уҡытҡаны өсөн бик шатланам!
КАШАПОВ Айрат, 8-се синыф:
Мин Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйым. Беҙҙең синыф етәксеһе Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева – иҫ киткес кеше һәм ҙур хәрефтән Уҡытыусы. Ул ысынлап та эше менән йәшәй һәм бер ваҡытта ла беҙгә, уҡыусыларына, битараф ҡалмай. Ҡатмарлы теманы аңлатыр йә беҙҙе тыңлар өсөн ул үҙенең шәхси ваҡытын да йәлләмәй. Ул үҙ предметы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теленең киләсәге өсөн ысын күңелдән көйә. Беҙ быны күрәбеҙ һәм, хистәребеҙҙе матур итеп әйтә белмәһәк тә, уға тәрән хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Нәҡ шуның өсөн беҙ уны уңыштарыбыҙ менән шатландырырға һәм бөтәһе өсөн дә рәхмәт әйтергә теләйбеҙ!
ҠУСҠАРБӘКОВА София, 11-се синыф:
Мин Өфөнөң 3-сө гимназияһында уҡыйым, беҙ уны яратып “Мариинка” тип йөрөтәбеҙ. Беҙҙең мәктәптә көслө һәм һәйбәт уҡытыусылар күп, ләкин мин синыфыбыҙ етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Галина Викторовна Басенконы айырым билдәләр инем.
Инглиз телен ныҡлап өйрәнә башлауым уның арҡаһында булғандыр. Ул ғәҙел, тыныс, беҙҙән күпте талап итә, әммә иғтибарлы һәм аңлай белә. Нәҡ шуның өсөн уны уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ихлас хөрмәт итә. Беҙ беләбеҙ: ул уңыштарыбыҙ өсөн ысын күңелдән тулҡынлана, һәр ваҡыт таяныс була һәм кәңәш бирә.
Галина Викторовна – педагог ҡына түгел, ә оло йөрәкле остаз. Беҙгә ышанғаны, сабырлығы һәм беҙҙе яҡшыраҡ итеүе өсөн рәхмәт!
КАШАПОВ Арыҫлан, 6-сы синыф:
Мин үҙебеҙҙең 39-сы гимназияның физкультура уҡытыусыһы Илмир Рим улы Ғәзизовҡа рәхмәт әйтергә теләйем. Ул иң яҡшыһы! Дәрестәрендә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай. Беҙ волейбол, баскетбол уйнайбыҙ, эстафета йүгерәбеҙ,ҡайһы берҙә нәмәлер килеп сыҡмаһа, ул һис ҡасан да әрләмәй, ә киреһенсә, әйтеп ебәрә һәм дәртләндерә.
Ул ғәҙел: бөтәһенән дә яҡшыраҡ йүгергәндәргә айырып ҡарамай, спорт ауырыраҡ бирелгәндәрҙән көлмәй. “Иң мөһиме – еңеү түгел, ә ҡатнашыу һәм тырышыу”, – ти ул һәр саҡ. Уның дәрестәренән һуң арыһаң да үҙеңде көслө һәм яҡшы кәйефле итеп тояһың.
Тағы ла ул беҙҙе командала эшләргә өйрәтә. Беҙ уның менән спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмайбыҙ, ә бөтә синыфыбыҙ менән ысынлап дуҫлашабыҙ.
ШӘМСЕТДИНОВ Урал, 8-се синыф:
Мине беҙҙең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Марат ҡыҙы Солтанова тураһында һөйләргә теләр инем. Ул беҙҙе ябай уҡыусылар итеп кенә түгел, ә айырым шәхестәр итеп күрә. Марина Марат ҡыҙы һәр саҡ беҙҙең фекерҙе хөрмәт итә, хатта фекеребеҙ дәреслектә яҙылғандан айырылһа ла. Уның дәрестәрендә хата ебәреү йә берәй шаҡ ҡатырғыс идея әйтеү ҡурҡыныс түгел, сөнки һине мотлаҡ тыңлаясаҡтар һәм хуплаясаҡтар. Ул предметҡа шундай итеп ылыҡтыра белә, хатта артабан үҙең, интернетта ултырып, өҫтәмә мәғлүмәт эҙләй башлайһың.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.