+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
6 Октября , 05:06

Етем балалар тураһындағы фильм махсус призлы булған!

Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!” (“Не оставляйте нас!”) тигән фильмы “Бәләкәй принц” фестивалендә жюриҙың махсус призын яулаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етем балалар тураһындағы фильм  махсус призлы булған!Етем балалар тураһындағы фильм  махсус призлы булған!
Етем балалар тураһындағы фильм махсус призлы булған!

20-нән ашыу фильм төшөргән В. Иҫәндәүләтованың тәүге тулы метрлы картинаһы был.

 “Не оставляйте нас!” – ул бала саҡ, тыуған өйөңдө юғалтыу һәм табыу тарихы. Фильм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың  автобиографик әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән. Фильмдағы етемлек, ышаныс, өмөт, кеше хәленә керә белеү кеүек темалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.  

Жюри һәм фестивалдә ҡатнашыусылар актерҙарҙың уйынын бик юғары баһалаған. Әйткәндәй, был фестивалдә фильмдарҙы жюри ағзалары ғына түгел, ҡатнашыусылар ҙа ҡарай, шунан фекер алыша. “Оҡшай, норм шикелле” тип кенә түгел, ә белгестәрсә, кино ғилеменә таянып.

Фестивалдә ҡатнашыусылар кино ҡарап ҡына ултырмаған. Төньяҡ Осетия – Алания баш ҡалаһы Владикавказда барған сарала ҡатнашыусыларҙы Дан мемориалына, тауҙарға, Кардамон тарлауығына алып барғандар. Был тарлауыҡта заманында тәбиғәт ҡазаһы арҡаһында Сергей Бодровтың кино төркөмө һәләк булғайны.

Вилүрә Иҫәндәүләтова Салауат һәйкәленең авторы, талантлы осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевты донъяға бүләк иткән осетин халҡына рәхмәт әйткән.

Етем балалар тураһындағы фильм  махсус призлы булған!
Етем балалар тураһындағы фильм  махсус призлы булған!
Етем балалар тураһындағы фильм  махсус призлы булған!
Етем балалар тураһындағы фильм махсус призлы булған!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас