

"Фәрзәнә көнбайышҡа бара” / “Фарзана идет на запад” фильмының яңы афишаһы сыҡҡан. Унда картинаның төп героиняһы Фәрзәнәнең һүрәте ҡуйылған.
Фильм 1944 йылда Учалы районынан 450 баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барыу ваҡиғаһын һөйләй. Был иҫ киткес ҡатмарлы эште нигеҙҙә үҫмер йәштәр башҡара. Илдең фашистарҙан таланған, яндырылған, шартлатылған, бер нәмәһеҙ ҡалған көнбайышында ошо малҡайҙар күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡара.
Төп героиняға 14 йәш. Уны Өфө мәктәбе уҡыусыһы Әминә Сәлмәнова уйнай, кино төшөрөлгәндә уға ла 14 йәш була.
Әминәнең ата-әсәһе – ижад кешеләре. Атаһы – Рәмзил Сәлмәнов, әсәһе – Римма Ҡаһарманова.
Ҡыҙ ҡатмарлы ижади эште лайыҡлы башҡарып сыға. Фильмдың режиссеры Булат Йосопов бер интервьюһында әйткәнсә, Әминә аҡыл менән эш итеүсән, профессиональ йәһәттән бик яуаплы бала була. Ғөмүмән, бала артистар бөтәһе лә үҙҙәре алдына ҡуйылған ауыр бурыстарҙы үтәп сыға. 1944 йылда Учалынан Украинаға һыйырҙарҙы 21 көтөүсе ҡыуып алып китә, уларҙың 80 проценты 14-15 йәшлек үҫмерҙәр була.
Күҙ алдына килтерегеҙ: көтөүҙе йәйәүләп Башҡортостандан Укринаға тиклем алып барып еткерергә кәрәк. Ғүмерҙәр ҡыл өҫтөндә – нисәмә ай юлда, ас-яланғас, күпме йылғалар киселә, күпме нужалар күрелә, күпме хәүефтәр үтелә!
Көнбайышҡа мал ҡыуыу темаһына башҡорт яҙыусылары, журналистары байтаҡ яҙа. Журналист Сәлимйән Бәҙертдиновтың “Кеше ышанмаҫлыҡ сәйәхәт” тигән очеркы, яҙыусы Мансаф Ғиләжевтың “Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай” тигән китабы бар.
Фильмдың сценарийын 2021 йылда сценарий лабораторияһында эшләгән ижадсы Баныу Ҡаһарманова яҙа.
Фильмдың премьера Рәсәйҙә иртәгә, 8 октябрҙә, була.