+5 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Октября , 07:06

Башҡорт эстрадаһында тулыһынса нейроселтәр эшләгән тәүге клип сыҡҡан

Өфө йырсыһы Наил Тимербаев (Nail Bashstyle) нейроселтәр ярҙамында башҡорт телендә клип эшләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт эстрадаһында тулыһынса нейроселтәр эшләгән тәүге клип сыҡҡанБашҡорт эстрадаһында тулыһынса нейроселтәр эшләгән тәүге клип сыҡҡан
Башҡорт эстрадаһында тулыһынса нейроселтәр эшләгән тәүге клип сыҡҡан

Өфө йырсыһы Наил Тимербаев (Nail Bashstyle) нейроселтәр ярҙамында башҡорт телендә клип эшләгән. Видео ысын тәбиғи килеп сыҡҡан, әммә унда бер генә «тере кадр» ҙа юҡ. Был башҡорт эстрадаһында нейроселтәр эшләгән тәүге клип, ти Өфө егете.

Наил Башстайлдың башҡорт телендәге йыры «Ял бир инде» тип атала.

Йырсы заманса технологиялар ярҙамында туған телдәрҙе һәм музыканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләй.

«Мин нейроселтәр ярҙамында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеген күрһәтергә теләнем. Бөгөн ҡайһы бер артистар клип төшөргәндә яһалма зиһен ҡуллана. Улар йырлап видеоға төшә һәм уны нейроселтәр ярҙамында үҙгәртә, матурлай, кадрҙар өҫтәй. Мин иһә үҙемсә эшләнем, яһалма зиһендең үҙен башҡортса йырлаттым. Һәм был килеп сыҡты: ысын кеше йырлаған кеүек. Кадрҙа барған ваҡиғалар тәбиғи, фоторәсемдәргә нигеҙләнеп, мине бик оҡшатып төшөргән, — тигән Наил Тимербаев «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында. — Элек ошондай кимәлдәге клип төшөрөү ҙур аҡса һәм айырым бер ижади төркөм эшен талап итә ине, хәҙер инде теләгән бер йырсы нейроселтәр ярамында үҙенә клип эшләй ала».

Шулай ҙа клипты төшөрөү тулыһынса нейроселтәргә йөкмәтелмәгән. Йырсыға был эште йырып сығырға уның видеомонтажлау өлкәһендәге 12 йыллыҡ эш тәжрибәһе ярҙам иткән.

«Тылсымлы төймәгә баҫтың да, клип килеп сыҡты түгел. Барыһы ла еңел генә эшләнмәй, тәүге тапҡырҙан уҡ нейроселтәр кадрҙарҙы тәбиғи итеп төшөрмәй. Бының өсөн промпттар яҙырға, йәғни яһалма зиһенгә бурыстарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, бер нисә кадрҙа мине ул илап ултырған итеп күрһәтте һәм ниңәлер кешеләрҙе видеоға өҫтәүҙән баш тартты. Шулай итеп, мин һәр бер кадрҙы айырым йыйып, махсус программала бер видео эшләнем. Бында минең 12 йыллыҡ тәжрибәм ярҙам итте», — тип һөйләне йырсы.

Фото: Наил Тимербаев / Башинформ.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас