

Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләү алдынан Ауырғазы районында ошо иҫтәлекле ваҡиғаға арналған «Тыуған яғым — Башҡортостан» шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Конкурс ике этапта үткәрелде.
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашты. Балалар беренсе этапты уңышлы үтте һәм уларҙы район сәхнәһендә сығыш яһарға саҡырҙылар. Йәш конкурсанттар үҙ әҫәрҙәрен ихлас башҡарҙы, тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса беҙҙең 1-се синыф уҡыусылары I дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Беҙ СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ниязды, ВӘЛИТОВА Рушананы һәм СМАКОВ Исламды уңышлы сығыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм артабан да ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!
Ата-әсәләргә ярҙамдары өсөн һәм конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Розалиә ЙӘЛИЛОВА,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.