+5 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Октября , 08:49

Салауат Юлаев премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат Юлаев премияһына кемдәр лайыҡ булды?Салауат Юлаев премияһына кемдәр лайыҡ булды?
Салауат Юлаев премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары билдәле булды. Был турала Башҡортостан Башлығының указы сыҡты. Наградаға дәғүә итеүселәр араһынан комиссия түбәндәгеләрҙе һайлаған:

 

1.ХӘСӘНОВ Рим Мәхмүт улы,Башҡортостандың халыҡ артисы – милли йыр сәнғәтенә индергән ҙур өлөшө өсөн.

 

2.ХӘКИМОВ Рөстәм Милләт улы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, ҠУНАФИН Мөнир Сәхиулла улы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире – “Бер ғүмер генә етмәй икән” спектакле өсөн.

 

3.ФӘХРЕТДИНОВ Илшат Мәғәфүр улы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының баш режиссеры – халыҡ-ара, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлдәрендәге ҙур күләмле сараларҙы үткәреүгә индергән ҙур өлөшө өсөн.

 

4.ЛОБАНОВ Владимир Геннадиевич һәм ХӘСӘНОВ Рөстәм Аяз улы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты профессорҙары, НУРИӘХМӘТОВ Фирдант Сәлимйән улы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, ФӘЙЗУЛЛИН Илгиз Фазылйән улы, Өфө сәнғәт колледжының художество бүлеге уҡытыусыһы – “41-сенең ҡатындары” һәйкәле өсөн.

 

Фото: Башинформ / архив.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас