

10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Уға арналған саралар 6 октябрҙә үк башланды: Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары менән артистар, белгестәр осрашҡан. Йәш музыка һөйөүселәргә Венер Йылҡыбаев – ҡурайҙа, Гүзәл Үмәрғәлина – думбырала, Ольга Әминева ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән.
Ә. Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев килгән һәм ҡурай тартыу серҙәре менән уртаҡлашҡан.
Фото: Ә. Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе сайтынан.