

Бөгөн Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыф уҡыусыларын шайморатовсыларға бағышлау тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм Республика көнө, шулай уҡ балаларҙы шайморатовсыларға бағышлау тантанаһы айҡанлы барһын да байрам менән ҡотланы.
– Легендар комдивтың «Салауат вариҫтары артҡа сигенә белмәй» тигән ҡанатлы фразаһы Башҡортостан яугирҙарының девизы булып китте. Бөгөн батырлыҡ эстафетаһын яңы быуын ҡаһармандары дауам итә, бында беҙҙең менән – махсус хәрби опреация геройҙары. Улар беҙҙең тыныс күкте һәм илебеҙҙең киләсәген һаҡлай. Беҙ ҙә улар менән бергә, беҙ еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Бөгөн шайморатовсы булыу – ул сафта тороу һәм һеҙҙән алдағыларға тиңләшеү генә түгел. Был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөү өсөн яңы белемдәргә, яңы технологияларға ынтылыу мөһим. Быйыл йәй шайморатовсылар хәрәкәте илдә иң яҡшы патриотик тәрбиә биреү хәрәкәте тип табылды. Мәктәп директорҙарына, хәрби остаздарға һәм ата-әсәләргә һеҙҙе шулай ҡыйыу һәм илһөйәр итеп тәрбиәләгәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине Башҡортостан Башлығы.
Сараға илдең башҡа төбәктәренән һәм Башҡортостандан йыйылған абруйлы ҡунаҡтар, хәрби кураторҙар һәм синыф етәкселәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы кадеттарының байраҡсылар төркөмө һәм почетлы ҡарауылы, махсус хәрби операция ветерандары, йәш армиясылар, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институты курсанттары ҡатнашты.
Бөтә йыйылыусылар алдына сығып, Шайморатовсы антын әйтеү хөрмәте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатының 7 –се “Г” синыфы уҡыусыһы Сәйетов Ҡадирға бирелде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры тантанаты музыкаль яҡтан көсөйтте.
Тантанала Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 24 синыфтан 550 уҡыусы шайморатовсылар сафына ҡабул ителде.
2026/27 уҡыу йылында Шайморатов исемендәге 40 яңы синыф асылды. Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә бөтәһе 293 Шайморатов синыфы эшләй.
Фото: Зилә Ғәлләмова.