+2 °С
Ясно
Яңылыҡтар
9 Октября , 09:51

Сибай уҡыусыһы халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булды

Сибай гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы ЙӘНТИЛИН Искәндәр финанс хәүефһеҙлеге буйынса VI  халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булды!

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай уҡыусыһы халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булдыСибай уҡыусыһы халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булды
Сибай уҡыусыһы халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булды

Сибай гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы ЙӘНТИЛИН Искәндәр финанс хәүефһеҙлеге буйынса VI  халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе булды!

Абруйлы ярыштың финалы Красноярск ҡалдаһында үтте. Унда төрлө илдәрҙең иң көслө уҡыусылары һәм студенттары йыйылды.

Быйылғы олимпиаданың төп темаһы – яһалма аңдың финанс хәүефһеҙлегенә йоғонтоһо.

Ҡатнашыусылар яңы технологияларҙың финанс өлкәһен нисек үҙгәрткәне, ниндәй мөмкинлектәр һәм хәүефтәр килтергәне, цифрлаштырыу заманында кешеләрҙе уғрыларҙан нисек яҡлау тураһында фекер алышты.

Ярыш заданиелары өс блоктан торҙо. Улар белемдәрҙе, аналитикаға һәләтте, командала эшләй белеүҙе тикшерҙе.

Искәндәр олимпиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Ниһайәт, быйыл еңеүгә өлгәште.

Шәхси беренселектән тыш, Искәндәр проекттар ярышында команда менән дә беренсе урынға сыҡты. Команда пенсионерҙар һәм балалар өсөн финанс хәүфеһеҙлеге буйынса тренажер тәҡдим итте.

Наградалар тапшырыу тантанаһына Искәндәр башҡорт бүрке  кейеп һәм Башҡортостан флагын тотоп сыҡты.

Егет олимпиадасыларға күстәнәскә Сибай ит комбинаты етештергән колбасалар һәм ҡорот, сәк-сәк, бауырһаҡ алып барған.

Йәнтилин Искәндәр олимпиада һөҙөмтәләре менән Рәсәйҙең ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарына (Юғары иҡтисад мәктәбе, Мәскәү финанс институты, Санкт-Петербург политехы, РФ Хөкүмәтенең Финанс университеты) имтиханһыҙ инә аласаҡ.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте / МАКС .

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас