

Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбиҙин ауылы) фәҡир ғаиләлә тыуа.
13 йәшендә рус-башҡорт мәхәллә мәктәбен тамамлай.
1909 йыл йәйәүләп Ырымбур ҡалаһына сығып китә. Унда данлыҡлы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
1914 – мәҙрәсә етәкселеген тәнҡитләгән өсөн уны уҡыу йортонан ҡыуалар.
Рота фельдшеры сифатында Беренсе донъя һуғышына китә, 1916 йылда ҡаты яраланып, Өфөгә оҙатыла.
Башҡортостанда барған революцион хәрәкәттә, Граждандар һуғышында ҡатнаша. Ғәскәрҙәрҙә сәйәси бүлектә хеҙмәт итә, мосолман яугирҙар араһында эшләй, “Кызыл яу” гәзитендә баҫыла.
1919 йыл аҙағында дивизия командиры дәрәжәһендә Бышҡортостанда эш башлай, Бөрйән-Түңгәүер волосы башҡарма комитеты етәксеһе ителә.
1921–24 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары рәйесе урынбаҫары, Эске эштәр халыҡ комиссары була.
1924 йылдың ноябрендә Мәскәүгә кәңәшмәгә бара. Әммә фронтта алған яраларҙан өҙлөгә һәм 21 декабрҙә Мәскәү университеты клиникаһында 28 йәшендә вафат була.
Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙина билдәле балерина, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисткаһы ине.
Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт әҙәби телен формалаштырыуға ҙур өлөш индерә.
Фото: Юлай Кәримов.