

Ҡурай көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған композицияны 25-се “Дружина” дөйөм ғәскәри армияһының ижади коллективы башҡара. Солист һәм ҡурайсы – “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы яугиры Радик Динәхмәтов.
Клипта ЛХР-ҙың Петровское ҡалаһы М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашҡан.
Клип Үлемһеҙлек бейеклегендә (Штеровка) төшөрөлгән. Рәсәй Геройы Миңнеғәли Шайморатов ошонда һәләк булған. Таҫмаға Петровскоелағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар мемориалы ла индерелгән. Унда ерләнгәндәр араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор М.М. Шайморатов менән 7-се кавалерия корпусы командиры генерал С.И. Дудко бар.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / Башинформ.

