

БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин республика Хөкүмәтенең 13 октябрҙәге оператив кәңәшмәһендә быйылғы колледждарға ҡабул итеү кампанияһы тураһында һөйләгән.
Башҡортостанда 90 колледж һәм 43 колледж филиалы, 5 дәүләт вузы эшләй.
45 профессия һәм 119 специальносҡа студенттар ҡабул ителгән.
Колледждарҙа әле 35 286 кеше уҡый, уларҙың 23 614-е – бюджетта, 11 672-һе – түләүлелә.
Колледждарға инергә килгән абитуриенттар араһында иң популяр йүнәлештәр: ИТ, машиналар эшләү, энергетика, хеҙмәтләндереү өлкәһе. Шулай уҡ нефть-газ һәм химия сәнәғәте, мәғлүмәт, медицина, хоҡуҡ, беле биреү йүнәлештәре лә популяр булған.
Бөтәһе 40 585 абитуриент 165 меңләп ғариза биргән, йәғни күптәре бер нисә уҡыу йортона документын ебәргән. Абитуриенттарҙың 89 проценты Башҡортостандыҡылар – 36 меңләп кеше, илдең башҡа субъекттарынан 4,5 мең (11%) булған.
Башҡортостан колледждарына илдең 77 төбәгенән документтар тапшырғандар. Иң күбе Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан килгән.
Әлеге ваҡытта 12 колледжда вакант урындар бар. Ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем бара, йәғни 9-сыны тамамлап, сентябрҙә төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) тапшырған үҫмерҙәр колледждарға инә ала.
Фото: БР Хөкүмәт кәңәшмәһенең RUTUBE видеоһынан скриншот / Башинформ.