+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
15 Октября , 07:10

Иҫке сим-картаңды ташларға ашыҡма

Яңы сим-карта алһаң, иҫкеһен сүп биҙрәһенә ырғытаһыңмы?  

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫке сим-картаңды ташларға ашыҡмаИҫке сим-картаңды ташларға ашыҡма
Иҫке сим-картаңды ташларға ашыҡма

Яңы сим-карта алһаң, иҫкеһен сүп биҙрәһенә ырғытырға ашыҡма. Уны телефондан сығарып алыу һәм түләүҙе туҡтатыу менән “номер хәҙер минеке түгел” була алмай.

Түләмәгән осраҡта ла номер бер нисә ай буйы һинеке һанала. Тейешле мөҙҙәте (йәғни срогы) үткәс, номерҙы икенсе абонентҡа бирәләр.

Ул кеше намыҫһыҙ булһа, был номерҙың һиңә бәйле мөмкинлектәрен дә файҙаланыуы ихтимал. Мәҫәлән, был номерҙы ҡасандыр банк картаһына, Дәүләт хеҙмәттәренә, төрлө сервистарға, социаль селтәрҙәргә, маркетплейстарға бәйләгәнһең, ә телефондан алып ташлар алдынан был бәйләнештәрҙе өҙмәгәнһең.

Симканы ташлар алдынан мобиль операторҙың рәсми офисына барып, йә булмаһа ҡушымтала йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында оператор менән договорҙы өҙөргә кәрәк. Шул сағында ғына номер һинеке булыуҙан туҡтай һәм был симка аша ҡылынған эштәр өсөн яуаплылыҡ та һинең өҫтөңдән төшә.

Был хаҡта РФ Эске эштәр министрлығының кибер-енәйәтселек  менән көрәш идаралығы аңлата.

 

Фото: Башинформ  архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас