Оливия Базлова – Кипрҙың фигуралы шыуыу йыйылма командаһы спортсыһы. “Ахиллес” тигән клуб өсөн сығыш яһай.
Ике йәшенән Кипрҙа йәшәй. Кипрҙа бәләкәй генә катоктан башҡа шөғөлләнер урын юҡ икән. Шуға Оливия күп ваҡытын әсәһе менән башҡа илдәрҙә күнекмәләрҙә үткәрә.
13 йәшлек Оливияны хәҙер беҙ ҙә беләбеҙ, сөнки уның бер сығышы “Ай Йола” төркөмөнөң “Һомай” композицияһына эшләнгән. Был номеры менән ул Словенияның Люблин ҡалаһында үткән халыҡ-ара турнирҙа сығыш яһай.
Спортсының остазы Ирина Моисеева һөйләүенсә, Оливия Таллинн ҡалаһына сираттағы күнекмәгә китеп барғанында радионан “Һомай” йырын ишетә һәм бик оҡшата. Күнекмәлә хореограф Елена Мухинаға әйтәләр һәм шунда уҡ боҙҙа һынап ҡарарға булалар. Бик шәп программа килеп сыға. Гран-приға халыҡ-ара юниор этабында 40 ҡатнашыусы араһында Оливия 7-се һәм 8-се урындарҙы ала. Йәп-йәш спортсыға иң көслө унау иҫәбенә инеү бик ҙур әһәмиәткә эйә, ти Моисеева.
Оливия был сығышы өсөн башҡортса стилдә махсус костюм тектерә, башҡорт биҙәктәре һәм орнаменттары ҡулланыла.
Фото: Вильма Альберти / Башинформ.