+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
15 Октября , 08:39

Үҫмер малай полиция менән ҡыуышҡан

Видеола – Ишембайҙа бер бәләкәй “шумахерҙың” гаишниктарҙан һыпыртып ҡасҡаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫмер малай полиция менән ҡыуышҡанҮҫмер малай полиция менән ҡыуышҡан
Үҫмер малай полиция менән ҡыуышҡан

Видеола – Ишембайҙа бер бәләкәй “шумахерҙың” гаишниктарҙан һыпыртып ҡасҡаны.

Малай олатаһының “девяткаһын” һорап тормайынса алып сығып китә. Полицияға осрағас, туҡтарға ҡушылһа ла, туҡтамай. Малай ҡала урамдары буйлап елдереп ҡала ситенә барып сыға. Машина үтә алмаҫлыҡ ергә барып төкәлгәс, төшә лә йүгереп ҡаса башлай. Аҙағы билдәле инде – барыбер эләгә.

Улай шәп булғас, ҡылған эшең өсөн яуап та бирә белеү кәрәк тә инде. Тик был малайҙың урлауҙан, ҡасыуҙан башҡаһына хәле етмәй.

Үҫмергә праваһыҙ рулгә ултырған һәм туҡтарға ҡушылһа ла туҡтамаған өсөн административ протокол төҙөлә.

Уны бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияға иҫәпкә ҡуйырҙар, моғайын.

Тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн ата-әсәһенә штраф янай.

Машина хәҙер штраф туҡталҡаһында зарыға.

 

Фото: БР буйынса ДАИ матбуғат хеҙмәте видеоһынан скриншот / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас