

Кисә Өфөлә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең рафтинг буйынса Рәсәй беренселеге башланды. Ишеү слаломы каналында үткән ярыш 4 көн барасаҡ.
“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы маҡсаттарына яуап биргән был ярышта илдең 11 төбәге спортсылары ҡатнаша. Командалар слалом, спринт, параллель спринт һәм оҙон арала уҙыш дисциплиналарында көс һынаша. Был төрҙәрҙең һәр береһендә рафтҡа идара итеү техникаһына, реакция тиҙлегенә һәм командала эшләй белеүгә үҙ талаптары бар.
Иң яҡшы спортсыларҙы наградалар ғына түгел, киләсәктәге турнирҙарҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһына индерелеү мөмкинлеге көтә.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.