

Наушниктан һәм күңел асыу урындарындағы көслө тауыштан ҡолаҡҡа зыян килеүе ихтимал. BMJ Global Health халыҡ-ара ғилми журналы үткәргән тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: музыканы ныҡ ҡысҡыртып тыңлау кешене һаңғырауландырырға мөмкин.
Рәсәй табиптары билдәләүенсә, һуңғы биш йылда ҡолаҡҡа зарланып зумерҙарҙың отоларингологтарға килеүе ике тапҡырға йышайған.
Башҡортостан Отоларингологтар һәм сурдологтар ассоциацияһы президенты Елена Савельева ҡолаҡты һаҡлау тураһында шундай кәңәштәр бирә:
- наушникты 30-40 минуттан оҙаҡ файҙаланмаҫҡа,
- музыканы 85-90 децибелдан артмаған шымыраҡ кимәлдә тыңларға,
- ишетеү һәләтен тикшертеү өсөн кәм тигәндә йылына бер тапҡыр сурдологҡа күренеп торорға,
- сәләмәт тормош менән йәшәргә, сөнки насар ғәҙәттәр, дөрөҫ туҡланмау, йөрәк-ҡан тамырҙарында үҙгәрештәр, вируслы инфекциялар менән йыш ауырыу (улар ринит, синусит, отит кеүек ЛОР сирҙәренә дусар итә) ишетеү һәләтенә зыян килтереүсән.
Һаңғырауланыу күп осраҡта һиҙҙермәй генә бара, ти табип. Мәҫәлән, ҡолаҡҡа ҡатылыҡтың нейросенсор төрө ваҡытында эске ҡолаҡтың нервы күҙәнәктәре зарарлана. Был сырхауҙы дауалап та булмай.
Ҡолаҡ аппаратына көнөң ҡалмаһын өсөн ҡолағыңды һаҡлау зарур.
Фото: pvproductions/Magnific.