

Учалылағы көҙгө кросс ҡала һәм райондан 298 спортсы баланы йыйҙы. Ҡатнашыусылар өс йәш төркөмөнә бүленде:
5–6-сы синыфтар,
7–8-се синыфтар,
9–11-се синыфтар.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым ярышты, әлбиттә.
Ярышты Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ойошторҙо. Бындай спорт сараһы тәүләп үткәрелде.
“Мәктәптәр менән хеҙмәттәшлегебеҙ ғәҙәттә белем биреү проекттарын – инженер синыфтары, онлайн-мәктәп, ғилми-техник конкурстар һәм конференцияларҙы – үҙ эсенә ала. Хәҙер инде беҙ спорт саралары ла үткәрергә булдыҡ”, – ти комбинаттың персонал буйынса идаралығы начальнигы Людмила Андросенко.
Балалар ярыштың 12 стартында уҙышты. Һөҙөмтәләр буйынса шәхси һәм команда иҫәптәрендә алдынғылар асыҡланды.
Шәхси иҫәптә еңеүселәр һәм призерҙар смарт-сәғәттәр, портатив колонкалар һәм наушниктар менән бүләкләнде.
Команда иҫәбендә еңеүселәргә кубоктар тапшырылды. Беренсе урынды – 1-се лицей, икенсе урынды – 10-сы урта мәктәп, өсөнсөлөктө 5-се урта мәктәп командалары яуланы.
“Еңел атлетика менән 2022 йылдан шөғөләнәм. Бөгөн ҡатмарлыраҡ булды, ләкин мин бөтә дистанцияла лидерҙар тирәһендә барырға тырыштым, һуңында тиҙлекте арттырҙым һәм дәғүәсемде үтеп киттем”, – ти 5-се синыф уҡыусыһы Алия Тайфурова. Ул беренсе булып дистанцияны үткән егерме бала араһында ярышты.
Фото: Анна Рәхимова / Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.