+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
16 Октября , 06:12

Ҡыш бабайҙы ҡотла!

Ҡыш бабайҙың тыуған көнө етеп килә бит. 18 ноябрҙә Бөйөк Устюг ҡалаһында уның тыуған көнө билдәләнә. Ошо көнгә Рәсәй уҡыусылары өсөн “Ҡыш бабайҙы ҡотла” тигән акция башланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш бабайҙы ҡотла!Ҡыш бабайҙы ҡотла!
Ҡыш бабайҙы ҡотла!

Ҡыш бабайҙың тыуған көнө етеп килә бит. 18 ноябрҙә Бөйөк Устюг ҡалаһында уның тыуған көнө билдәләнә. Ошо көнгә Рәсәй уҡыусылары өсөн “Ҡыш бабайҙы ҡотла” тигән акция башланған.

Унда ҡатнашыу өсөн ошо номинацияларҙың берәйһенә эшеңде ебәрергә кәрәк:

“Ҡыш бабайға шиғыр” – Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә шиғыр яҙып, шуны тасуири уҡығаныңды видеоға яҙҙырырға;

“Ҡыш бабайға әкиәт” – Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә әкиәт сығарып, һөйләгәнеңде видеоға яҙҙырырға;

“Ҡыш бабайға йыр” – Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә йыр сығарып, видеола уны йырлап күрһәтергә;

“Ҡыш бабайға бүләк” – Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә ҡотлау асылмаһы йә шундай берәй нәмә эшләргә.

Эксперттар иң яҡшы 100 эште һайлап аласаҡ. Төп приз – Бөйөк Устюгҡа Ҡыш бабайҙың тыуған еренә барыуға сертификат.

Ҡатнашыу өсөн «Культурадляшкольников.РФ»  порталындағы шәхси кабинетыңда ғариза тултыраһың. Эштәр 5 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Һөҙөмтәләр 18 ноябрҙә порталдың “Новости” бүлегендә баҫылып сығасаҡ.

 

Фото: «Культурадляшкольников.РФ»  порталынан скриншот.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас