

Өфө дәүләт нефть техник университетыннда студенттар һәм уҡыусылар өсөн “Роснефть көндәре” тигән профориентация сараһы үткән. Илдең төп нефть һәм газ компанияһы белгестәре шулай итеп йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙамлаша.
Компания предприятиеларының вәкилдәре вакансиялар йәрминкәһе ойошторған, резюме яҙырға өйрәткән, эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләгән. Йәштәр һәм үҫмерҙәр уларҙа эшләгән йәш белгестәргә ярҙам саралары, спортты, ижадты үҫтереү, ирекмәнлек традициялары тураһында ла мәғлүмәт алған.
Беренселәр Хәрәкәтендәге уҡыусылар интерактив форматта һөнәрҙәр менән танышҡан. “Проект коды” тигән эш уйынында улар инженерҙарҙың һәм проектлаусыларҙың һүрәтләмәһен биргән, “Нефть монополияһы” тигән команда уйынында сеймал сығарыу һәм эшкәртеү барышын өйрәнгәндәр.
Фото: Андрей Старостин / ӨДНТУ медиаүҙәге / Башинформ.