

“Ай Йола” төркөмөнөң “Адель” тигән яңы йыры BandLink онлайн-сервисының чартында 5-се урынды алған. “Аманат” йыры ла чартҡа эләккән, ул ай чартының 47-се юлын биләй.
“Адель” – төркөмдөң рус телендәге беренсе йыры. Композиция Пушкин шиғырына, Беренсе каналдың “Голос поэта” проекты өсөн ижад ителгән.
Төркөмдөң ике ағзаһы яҙмышында Александр Сергеевич Пушкин менән бәйлелек бар икән.
- Адель менән Руслан Шәйхетдиновтарҙың ата-әсәһенең исеме – Руслан менән Людмила, Пушкиндың билдәле поэмаһындағы кеүек.
- Уларҙың туйы рус классигының тыуыуына 200 йыл билдәләнгән көндө үткән.
- “Ай Йола”ның буласаҡ йырсыһына исемде Пушкиндың “Аделгә” тигән шиғыры хөрмәтенә ҡушҡандар.
- Сирек быуаттан һуң ошо шиғыр “Адель” йырының нигеҙенә әйләнә.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.