-1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Октября , 07:30

Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы судҡа биргәндәр

Өфөлә 17 йәшлек студентканы судҡа биргәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы судҡа биргәндәрБәлиғ булмаған ҡыҙҙы судҡа биргәндәр
Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы судҡа биргәндәр

Өфөлә 17 йәшлек студентканы судҡа биргәндәр. Ул курсташынан 3 мең һумға банк картаһы һатып алған, шунан картаны мессенджерҙа таныш булмаған берәүгә 8 меңгә һатып ебәргән.

Был картаның иҫәбе аша мошенниктар урландыҡ аҡсаларын күсергән.

Хәҙер ҡыҙға суд хөкөмө янай. Енәйәт эшен Киров район суды ҡараясаҡ. Алыш-бирештә ҡатнашҡан ике танышы ла хөкөмгә тарттырыласаҡ.

 

Фото: Наталья Овчарук / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас