+1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Октября , 08:13

20 октябрь - Мостай Кәрим тыуған көн

20 октябрь –  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө.  Ул 1919 йылда Шишмә районы Келәш ауылында донъяға килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
20 октябрь - Мостай Кәрим тыуған көн20 октябрь - Мостай Кәрим тыуған көн
20 октябрь - Мостай Кәрим тыуған көн

20 октябрь –  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө.  Ул 1919 йылда Шишмә районы Келәш ауылында донъяға килә.

Әҫәрҙәре донъя әҙәбиәте хазинаһына ингән,  башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәргән бөйөк шәхес 2005 йылдың 21 сентябрендә мәрхүм булды.

 

УҢДЫМ


Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән – тыуған айымдан, –
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.

Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.

Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡаҙып тормай ғына ҡапҡаны.

Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр «тегендә».

Бара торғас исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.

Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?

1969.

*

1989 йылда Бөрйән районы Тимер ауылында Мостай Кәрим менән осрашыу. Фотола әҙип  ауыл ағинәйе Яубаҫарова Зәйнәп Әхмәҙулла ҡыҙы менән бейеп йөрөй.

Фото: Мостай Кәрим төркөмө.

#МостайКәрим #МустайКарим

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас