+1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Октября , 13:24

Башҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны үтте

16 октябрҙә «Торатау»  конгресс-холында Башҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны булды.  Был йыйын балалар һәм йәштәр менән эшләгән остаздарҙың төп тәжрибә уртаҡлашыу һәм һөнәри үҫеш урыны булараҡ әһәмиәтле. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны үттеБашҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны үтте
Башҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны үтте

16 октябрҙә «Торатау»  конгресс-холында Башҡортостан Беренселәр хәрәкәте остаздарының төбәк йыйыны үтте.  Был йыйын балалар һәм йәштәр менән эшләгән остаздарҙың төп тәжрибә уртаҡлашыу һәм һөнәри үҫеш урыны булараҡ әһәмиәтле.  

Сара республиканан  400 остазды йыйҙы. Тантаналы өлөштә Беренселәр Хәрәкәтенең төбәк советы рәйесе Илнур Юлдыбаев  остаздарға мөмкинлектәр тураһында һөйләне.

Артабан эш биш тематик майҙансыҡта дауам итте.  Ҡатнашыусылар Башланғыс  бүлексәләр конкурсының IV миҙгелен үтергә һәм идеяны грант ғаризаһына әйләндерергә өйрәнде, остазлыҡ сифаттарын тикшерҙе, «Остаз + ЯА» лабораторияһында яһалма аңды остаздың яңы эш ҡоралы итеп ҡулланыуҙы ҡараны.

«2021 йылдан мин Беренселәр Хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаштым,  шунан урындағы бүлексә рәйесе булдым,  ә артабан, Өфөгә күскәс, БДПУ колледжының башланғыс  бүлексәһе  рәйесе булып киттем. Бында остаз булараҡ беренсе тапҡыр килдем. Иң шәп тәьҫораттар алдым, миңә оҡшаны: яңы таныштар таптым, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм контакттар алмаштыҡ.  Бындай саралар беҙҙе нәҡ остаз булараҡ туплай, тип уйлайым. Бында өлкән быуын  менән беҙ, йәштәр, араһында бәйләнеш бара!” – ти Саҡмағош районынан остаз Денис Маҡулов.

Икенсе көндө балалар һәм йәштәр менән эшләүгә бигерәк тә ҙур иғтибар бирелде.  «Беренселәр: уйнайбыҙ, проеклайбыҙ» йомғаҡлау сессияһы, «Остазлыҡ: тәжрибә һәм практика» иинтерактив майҙансығы, «Идеялар орбитаһына» проект лабораторияһы, «Эмоциялар, ресурстар һәм профессиональ яныу: дөйөм рецепт бармы» тренингы булды.

 «Башҡортостан Беренселәренең үҫеш биләмәһе» проекты остаздары менән осрашыу бик йәнле үтте.

Йыйынды ябыу тантанаһында  «Хәрәкәттә беренсе аҙым» проекты еңеүселәренә һәм Башланғыс бүлексәләр эксперттарына наградалар тапшырылды.

Фото: Камил Исламғолов.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас