

Бөгөн, 20 октябрҙә, Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тулыуға бағышланған тантанала ҡатнашты. Тантанала ҡатнашыусылар Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды.
Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, шағирҙың ижады һәр ерҙә – театрҙа һәм кинола, мәктәп дәрестәрендә, китап уҡығанда – беҙҙең менән. Мостай Кәрим – Башҡортостандың бөйөк улы, Өфөнөң почетлы гражданы һәм рухыбыҙҙың бер өлөшөнә әйләнгән шәхес ул.
Фото: Рөстәм Шәрипов / МАКС.