

Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары көндәлек мәктәп тормошон татлыраҡ иткән кешеләргә — беҙҙең яратҡан ашнаҡсыларыбыға — ысын сюрприз ойошторҙо!
Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән сағыу асылмалар эшләне, ҡәҙерле ашхана хеҙмәткәрҙәренә сәскәләр тапшырҙы, изге теләктәр теләне.
Байрам менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, хөрмәтле ашнаҡсылар!
Розалия ЙӘЛИЛОВА,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.