+1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
21 Октября , 10:57

Дроппингҡа ҡушылмағыҙ, балалар!

Иртәгә, 22 октябрҙә, Башҡортостан мәктәптәрендә Берҙәм хәүефһеҙлек көнө үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дроппингҡа ҡушылмағыҙ, балалар!Дроппингҡа ҡушылмағыҙ, балалар!
Дроппингҡа ҡушылмағыҙ, балалар!

Иртәгә, 22 октябрҙә, Башҡортостан мәктәптәрендә Берҙәм хәүефһеҙлек көнө үтә. Был көндө “Һаҡ булығыҙ, дроппинг!” темаһына арналған синыф сәғәттәре, лекциялар һәм уйындар ойошторола.

Дроппинг – ул кемдәргәлер әҙ-мәҙ ярҙам итеп ебәреү түгел, ә  енәйәт яуаплылығына тарттырыла торған ғәмәл. “Еңел аҡсаға” алданып, суд хөкөмөнә дусар ителгәндәр эскәмйәһенә эләгеүеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

“Беҙҙең маҡсат – балаларыбыҙҙың тормошо боҙолоуға юл ҡуймау”, – ти БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Берҙәм хәүефһеҙлек көнө ни өсөн үткәрелеүе  тураһында һөйләп. Министр банк картаңды бер кемгә лә биреп тормаҫҡа, уның аша кемдәрҙеңдер аҡсаһын күсермәҫкә кәңәш итә.

Фото: Башинформ архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас