

Өфөлә һәм ҡайһы бер райондарҙа бөгөн бер нисә мәктәптең һәм колледждың уҡыусыларын ашыҡтырып урамға сығарғандар. Был уҡыу йорттарының электрон почтаһына хәүеф янауы ураһында исемһеҙ хәбәрҙәр килгән икән.
Мәҫәлән, Өфөнөң 157, 137, 10, 38-се мәктәптәренән халыҡты эвакуациялағандар.
Әлеге ваҡиғаларға ҡарата Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев аңлатма биргән. “Хәүефләнергә сәбәп юҡ. Беҙ сираттағы махсус спам-һөжүмде күрәбеҙ, маҡсаты берәү – борсоуға һалыу, дәрестәрҙе өҙөү һәм паника тыуҙырыу. Был көндәрҙә илдең башҡа төбәктәре лә ошондай хәлдәр менән осраша”, – ти Урал Килсенбаев.
Ниндәй сигнал алынһа ла, хатта күренеп торған фейк булһа ла, уҡыу йорттары етәкселеге инструкция буйынса эш итә: бинанан бөтәһен дә сығарыуҙы ойоштора, ә белгестәр стандарт тикшереү процедураһын үткәрә. Тикшереп бөткәс, хәүефле бер нәмә лә табылмаһа, балаларҙы индерәләр һәм дәрестәр ҡәҙимгесә дауам итә. Хәл көс структураларының һәм профилле ведомстволарҙың тулы контролендә тотола.
”Бөтәһен дә тыныс булырға, провокацияларға бирелмәҫкә һәм чаттарҙа хәүефле имеш-мимештәр таратмаҫҡа саҡырам. Тикшерелгән мәғлүмәткә генә ышанығыҙ”, – ти беренсе вице-премьер.
Фото: Башинформ архивы.