+1 °С
Облачно
Яңылыҡтар
21 Октября , 06:15

Синыфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт инде

Йәштәр, үҫмерҙәр араһында әле теге, әле был мода сығып ҡына тора. Баш әйләндергес челлендждар, трендтар барлыҡҡа килә.  Әле халыҡ иҫе китеп кимбап ашай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Синыфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт индеСиныфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт инде
Синыфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт инде

Йәштәр, үҫмерҙәр араһында әле теге, әле был мода сығып ҡына тора. Баш әйләндергес челлендждар, трендтар барлыҡҡа килә.  Әле халыҡ иҫе китеп кимбап ашай. Сушиҙан әллә ни айырмаһы юҡ инде. Шул уҡ урама, йәғни ролл. Япон ризығы суши 90-сы йылдарҙа уҡ килеп ингәйне. Шулай ҙа корей аҙығы кимбап унан бер аҙ айырыла.  

Кимбапта төп ингредиенттар икәү:

 быуҙа бешерелгән дөгө, йәғни “бап”, 

киптерелгән диңгеҙ ылымыҡтары табағы, уныһы “ким” була.

Корейҙар ошо ике нәмәгә төрлө өҫтәмәләр ҡуша. Сушиҙан төп айырмаһы –сей балыҡ һалынмай. Башҡа бөтә нәмә мөмкин: әсетелгән йәшелсә, бешкән ит, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, ветчина, йомортҡа, сыр, ҡыяр, колбаса һ.б. Йәнең ни теләй тигәндәй.

Кимбапҡа һеркә (уксус)  һалынмай тиерлек.  Кунжут майы һибәләр, шуға кимбап татлыраҡ була.

Кимбапты урап ҡына түгел,  өсмөйөшлө итеп тә эшләйҙәр. Ундайы самгак кимбап тип атала. Чхунму кимбап тигән төрө тик дөгөнән генә тора, чхамчхи кимбапҡа тунец балығы, маринадланған кунжут япрағы, майонез һалалар.

Синыфташың корей ҡыҙы булһа, кимбап эшләп ашау бер ни түгел. Бүздәк районы Ҡаран  ауылы мәктәбенең 7-се синыфына быйыл Көньяҡ Корея ҡыҙы Ким Оливия уҡырға килгән. Уның атаһы корей, водитель булып эшләй, әсәһе – Ҡаҙағстандан. Өфөнән күскәндәр. Ҡыҙ русса һәйбәт һөйләшә, уға Башҡортостан оҡшай.

Ашнаҡсы көнөндә Оливия мәктәптә оҫталыҡ дәресе үткәргән. Технология уҡытыусыһы Ләйсән Әҙип ҡыҙы менән бергәләп балаларға кимбап бешерергә өйрәткәндәр.

Был турала “Буздякские новости” баҫмаһы яҙа.

Синыфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт инде
Синыфташың кимбап оҫтаһы булһа, рәхәт инде
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас