

15 октябрҙә Күсей мәктәбендә мәшһүр педагогҡа арналған сара үтте. Ошо уҡ көндө Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы “Йәнле һүҙ” тигән онлайн-семинар үткәрҙе. Был семинар күрһәтмә әсбәптарға арналды.
21 октябрҙә Өфөлә филологик белем биреү тураһында халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булды.
Ноябрҙә “Әлифба” – Абдрахман Ғәлләмовтан бөгөнгө көндәргә тиклем” темаһына башланғыс синыфтар өсөн дәреслектәр һәм методик әсбаптар авторы Фәниә Сынбулатова менән осрашыу үтәсәк. Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа тематик күргәҙмәләр, әҙәби осрашыуҙар һәм синыф сәғәттәре ойоштороласаҡ. Уларҙа 1-се синыфҡа уҡырға төшкән балаларға күп йылдар дауамында хәреф танырға, уҡырға өйрәткән “Әлифба” дәреслеге һәм уның авторы тураһында һөйләйәсәктар.
“Ғаиләбеҙ менән “Әлифба”ны уҡыйбыҙ” ғаилә видеороликтары конкурсында ҡатнашырға теләүселәр ҙә күп булыр, моғайын. Мәктәпкәсә ойошмаларҙа ата-әсәләр балалары менән “Әлифба”ның тәүге биттәрен уҡып роликтар яҙҙырасаҡ.
Юбилей йылының һуңында “Әлифба”ның әһәмиәте тураһында түңәрәк өҫтәл, мәктәптәрҙә “Әлифба” байрамдары үтәсәк.
***
Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов 1916 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын мәктәп уҡытыусыһы булараҡ башлай. Баймаҡ, Сибай мәктәптәрендә, Белорет педучилищеһында, 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Бөтә ғүмерен башҡорт телен уҡытыуға арнай. 1958 йылдан уҡыу программалары төҙөй, 1967 йылда Жәлил Кейекбаев етәкселегендә диссертация яҡлай.
Ғалимдың төп мираҫы – башҡортса “Әлифба”. Әсбап тәүләп 1962 йылда сыға, шунан бирле 2008 йылға тиклем ҡабат-ҡабат бөтәһе 46 тапҡыр нәшер ителә.
1974 йылда “Әлифба” Лейпциг халыҡ-ара китап йәрминкәһенең дипломына лайыҡ була.
А. Ғәлләмов бөтәһе 40-тан ашыу ғилми һәм методик хеҙмәт яҙа, республикала тәүге булып телмәр үҫтереү буйынса дидактик материалдар йыйынтығын төҙөй, 54 грампластинканан торған уникаль фонохрестоматия төҙөй. Халыҡ мәғарифына индергән хеҙмәттәре өсөн СССР-ҙа педагогтарҙың иң абруйлы наградаһы - К.Д.Ушинский миҙалы менән наградлана.
Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Абдрахман Ғәлләмов 1989 йылдың 19 февралендә мәрхүм булды.
Ғалимдың улы Азамат Ғәлләмов Өфө фән һәм технологиялар университетында рус филологияһын уҡыта, ә мәрхүм улы Салауат Ғәлләмов башҡорт халҡының, "Урал батыр" эпосының тарихын тикшереү менән шөғөлләнгән тарихсы ине.
Фото: «Баймакский вестник» баҫмаһы.