

21 октябрҙә Өфөлә «Шаян уйын» кубогына ярыш булды! Башҡортостандың төрлө яҡтарынан килгән 9 команда шаянлыҡта көс һынашты.
Унда РИЛИ уҡыусылары командаһы ла ҡатнашты. «Башҡорттар.RU» тигән был команда Гран-при яуланы! Республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусылары шаян һүҙе менән дә, тапҡырлығы, залды ауыҙына ҡаратып тота алыуы менән дә иң шәбе булды.
Афарин, “Башҡорттар.ру”!
Фото: РИЛИ / ВК.