-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
1 Июнь 2022, 14:05

Лимон бәлеше

250 г ҡаймаҡты 0,5 балғалаҡ сода ҡушып болғатырға, 110 г иретелгән аҡ май өҫтәргә, тағы бутарға.

Лимон бәлеше
Лимон бәлеше

Әҙ-әҙләп он (1,5-2 стакан) ҡушып, ҡамыр баҫырға һәм ике тигеҙ өлөшкә бүлергә. Ҡабығы менән 1-2 лимонды (әфлисун да ярай) ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, блендерҙа иҙергә. Бер стакан шәкәр ҡомо ҡушырға. Ҡамырҙың яртыһын табаға һалырға, ситтәрен бер аҙ күтәрергә, тигеҙләп эслек һалырға һәм ҡалған ҡамыр менән ябырға. Духовкала 180 градуста 30 минут бешерергә.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk?z=photo-33711741_457240767%2Falbum-33711741_00%2Frev 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: