Крем өсөн: ҡаймаҡ , 1 стакан шәкәр порошогы.
Иң тәүҙә шәкәр менән йомортҡаны миксер ярҙамында болғатабыҙ ҙа тоҙ, он, соданы, корицаны ҡушып, ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Сәтләүекте ваҡлап табала ҡыҙҙырабыҙ. Кишерҙе ҡырғыстың эре яғынан ҡырабыҙ ҙа сәтләүек менән икеһен бергә алдан әҙерләгән ҡамырға ҡушабыҙ. Ә көнбағыш майын иң һуңында һалып, йәнә матурлап бутарға кәрәк. Алдан 180 градусҡа ҡыҙҙырылған мейескә 40 – 45 минутҡа ҡуйырға.
Корж бешкән арала крем яһайбыҙ. Ҡаймаҡты сеткаға һалып, бер аҙ һыуын һығырға кәрәк. Һуңынан уға шәкәр порошогы ҡушып, миксер менән болғатырға. Крем әҙер. Һыуынған коржды өскә бүлеп, крем һылап тортты йыябыҙ. Теләгәнсә биҙәйбеҙ һәм торт әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын. дуҫтарым!
сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk