-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
2 Август 2022, 11:29

Ҡабаҡ ашы.

Кәрәк буласаҡ: 1 ҙур һәм 4 бәләкәй ҡабаҡтар, 2 һуған, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 4 стакан тауыҡ һурпаһы, 1 стакан һөт өҫтө(сливки), 1 стакан һыу, 6 аш ҡалағы һыйыр майы, 0,5 балғалаҡ ваҡланған мускат сәтләүеге, 1 балғалаҡ тимьян, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ һәм борос.

Ҡабаҡ  ашы.
Ҡабаҡ ашы.

Әҙерләү: Ҙур ҡабакты уртаға бүлеп тышын,емештәрен, ептәрен таҙартабыҙ, үҫемлек майы менән майлайбыҙ, тоҙлайбыҙ, борос һибеп мейес табаһына теҙеп һалабыҙ. Һарымһаҡты иҙеп ҡабаҡ янына һалабыҙ. Бәләкәй ҡабактарҙың баштарын ҡырҡып, эстәрен алып, шулай уҡ табаға ултыртабыҙ. Барыһын да фольга менән ҡаплап 200' ҡыҙыулыҡта мейестә 45 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас ҡабаҡ менән һарымһаҡты блендер ярҙамында иҙәбеҙ(пюре эшләйбеҙ). Кәстрүлдә һыйыр майын иретеп һуғанды турап ҡыҙҙырабыҙ. Тимьян, ҡабаҡ пюреһын, тауыҡ һурпаһын, сливки, мускат сәтләүеген өҫтәйбеҙ ҙә, барыһын бергә бутап 20-15 минут талғын утта йылытабыҙ. Ашты ҡабаҡ һауыттарға һалып сығабыҙ. Үҙегеҙ теләгәнсә ҡаймаҡ, паста йә иһә ҡыҙҙырылған ҡабаҡ емештәре менән өҫтәлгә бирергә була.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас: